Error in menu type!
Desarrollado por Master marketing digital Madrid Top Position

14 август 16:00 сәғәттә "Урал" халыҡ сәнғәте галереяһында Башҡортостандың халыҡ рәссамы Рәмил Килмәмәтовтың фотокүргәҙмәһе асыласаҡ. Килмәмәтов Рәмил Исмәғил улы — фоторәссам. Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Уның ижады башҡорт фото сәнғәтендә ҙур урын биләй. Рәсәйҙә фото сәнғәте өлкәһендәге "башҡорт мәктәбе" төшөнсәһе уның ижады менән күҙаллана. Рәмил Килмә­мәтов яратҡан шөғөлөнә 40 йылдан ашыу ғүмерен бағышлай. Ошо дәүер эсендә ул фотоһүрәт­тәре менән Мәс­кәүҙә, Санкт-Петербургта, Ас­та­нала, Мин­с­киҙа, Стамбулда, Анкарала, Ҡаһи­рәлә, Римда, Парижда, Дрезденда, Берлинда һәм башҡа төбәк­тәрҙә шәхси күргәҙмәлә­рен ҡуйып өлгөрә. «О Башкортостане с любовью» фотокүргәҙмәһе 1 сентябргәсә дауам итәсәк. Ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы,
Республика халыҡ ижады үҙәге, "Ағиҙел" республика фотоклубы, "Урал" халыҡ сәнғәте галереяһы.

«Урал» галереяһында Рәмил Килмәмәтовтың фотокүргәҙмәһе эшләй башлаясаҡ

Афиша

от 1000 руб.
28.01.2023 • 19:00 • Галерея "Урал" (г.Уфа, ул. Ленина, 56)
 
от 1000 руб.
28.01.2023 • 19:00 • Галерея "Урал" (г.Уфа, ул. Ленина, 56)
 
от 200 руб.
13.10.2022 • 18:00 • Дом Культуры РЦНТ (г. Уфа, ул. Кустарная, 17)