Error in menu type!
Desarrollado por Master marketing digital Madrid Top Position

Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге республика ҡурайсылар байрамында быйыл 300-ҙән ашыу ҡурайсы ҡатнашты. Конкурсҡа Башҡортостандан тыш, Ырымбур, Силәбе һәм Төмән өлкәһенән ҡатнашыусылар булды.
 
Конкурстың төп бүләген - гран-прины Өфө ҡалаһынан Айрат Ҡарасов яуланы. Ул Салауат музыка колледжын тамамлаған, төрлө район, ҡала, республика конкурстарында дипломант, лауреат булған. Ансамблдәр араһында беренсе урынды Белорет ҡалаһынан "Инеш", Сибайҙан Камил Вәлиев исемендәге сәнғәт колледжының ҡурайсылар ансамбле һәм Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының "Яйыҡ" халыҡ ҡурайсылар ансамбле алды. Шәхси башҡарыусылар араһында беренсе урынға Силәбе өлкәһенән Алмаз Бикмәтов, Туймазынан Радмир Ғүмәров, Стәрлетамаҡтан Динар Абдуллин, Учалынан Арсен Килмөхәмәтов яуланы.

Иң йәш башҡарыусы булып Октябрьский ҡалаһынан ете йәшлек  Нелли Антанайтис танылһа, иң оло ҡурай уйнаусы 71 йәшлек Сибайҙан Шайморат Йәнбәков ине.  "Быйыл Ҡурай байрамының 20 йыллығы беҙҙең ҡаланың 75 йыллыҡ юбилейына тап килде. Беҙ һәр саҡ ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға шат, шул иҫәптән Ҡурай байрамында ҡатнашыусыларҙы ла", - тине сараны йомғаҡлау тантанаһында Октябрьский ҡалаһы башлығы Алексей Шмелев.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
Гран-при- Айрат Ҡарасовта!

Афиша

от 1000 руб.
28.01.2023 • 19:00 • Галерея "Урал" (г.Уфа, ул. Ленина, 56)
 
от 1000 руб.
28.01.2023 • 19:00 • Галерея "Урал" (г.Уфа, ул. Ленина, 56)
 
от 200 руб.
13.10.2022 • 18:00 • Дом Культуры РЦНТ (г. Уфа, ул. Кустарная, 17)